Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2019, 11:24

Өфө ҙур, ләкин бөйөк шағирыбыҙға һәйкәл өсөн урын юҡ. Шәйехзада Бабич ҡайҙа һәм ҡасан һәйкәл булып ҡалҡыр?

Июнь аҙаҡтарында Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайы асылырға тейеш. Ҡоролтайҙың иң төп сараларының береһе – башҡорттоң бөйөк шағиры Шәйехзада Бабичҡа, ниһайәт, һәйкәл асыу. Тик әле булһа һәйкәл урыны билдәле түгел.

Урын юҡ, тигән һылтау дөрөҫ түгел. Ҡалала урын күп, тик уртаҡ фекергә килергә теләүселәр юҡ. Беҙгә ҡалһа, һәр береһе үҙ фекерен өҫкә сығарырға тырыша. Бындай осраҡта фекерҙәр һәм тәҡдимдәр алышы үҙен аҡлаймы икән?
Бәхәсләшеүселәргә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның Октябрь проспекты башланған ергә ҡуйылған һәйкәленә баш эйергә һәм “Тыныслыҡ фирмаһы” туҡталышында торған урам һепереүсе һынына күҙ ташларға тәҡдим итәм. Урам һепереүсегә һәйкәл ҡуйғанда һүҙ көрәштереп, бәхәс сығарып йөрөүселәр булдымы икән? Белмәйем, юҡтыр.
Бабичҡа һәйкәлде “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, йә Телеүҙәк, йәки Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге дәүләт китапханаһы эргәһендә ҡуйыуға нимә ҡамасаулай?
Әгәр бөгөн-иртәгә таба алмаһаҡ, йәки уртаҡ фекергә килмәһәк, һәйкәлде
Шәйехзада Бабич урамына илтеп ҡуясаҡтар. Ә ул урамдың ҡайҙа икәнлеген белгән
кешеләр бик һирәк. Беҙ шуны көтәбеҙме?
Читайте нас: