Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2019, 11:01

Бында һеҙгә ифрат яғымлы өндәшәсәктәр. Тик йылы һүҙгә иҙрәп, алданып ҡуймағыҙ.

Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) сиктәрендә дауаханаларҙы яңыртыу дауам итә. Дауалау учреждениеларын өр-яңы йыһаздар ҡатмарлы ҡорамалдар һатып алыу, табиптар менән тәьмин итеү өсөн йөҙҙәрсә миллиард һум аҡса бүленә. Шулай булғас, һаулыҡ һаҡлау һәм ойоштороу сифаты ла яҡшырасаҡ.

Үкенескә ҡаршы, кешеләрҙең һаулығын һаҡлау һылтауы менән мутлашыу осраҡтары ла йыш ҡына осрап тора. Яңыраҡ Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу ҡалаһында эшен йәйелдергән дауаханалар селтәре фаш ителде һәм енәйәт эше асылды. Ҡарап тороуға бөтәһе лә иң юғары һәм сифатлы ойошторолған. Һеҙгә шылтыратасаҡтар, бик әҙәпле һөйләшәсәктәр, хатта ғаилә хәлегеҙҙе лә беләсәктәр һәм бушлай медицина тикшереүе үтергә саҡырасаҡтар. Һеҙҙең бындай йылы мөғәләмәнән башығыҙ әйләнеп китеүе, уяулығығыҙҙы юғалтыуығыҙ һәм ышаныуығыҙ бик ихтимал. Беҙ – коммунизмда типтереп йәшәргә тейешле халыҡ – бушлайҙы күптән көтәбеҙ һәм саҡырған ергә йүгерәбеҙ. Ундағы, йәнәһе, табиптар һеҙгә, күҙҙәрегеҙгә туп-тура ҡарап, шундай ҡурҡыныс һәм үлемесле диагноздар ҡуясаҡтар, тәҡдим иткән ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыуығыҙҙы, йә аҡсағыҙҙы килтереп биреүегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡаласаҡһығыҙ.
Шәхси ҡулдағы дауаханалар селтәре бер йыл эсендә ун бер меңдән ашыу кешегә ялған диагноздар ҡуйып, пациенттарҙың миллиард һумдан ашыу аҡсаһын үҙҙәренә һеңдереп өлгөргән. Һуңынан асыҡланыуынса, “дауахана” “хеҙмәткәрҙәренең” күбеһенең тейешле белеме лә, һаулыҡ һаҡлауға мөнәсәбәте лә булмаған.
Йылы һүҙгә иҙрәп, алданып ҡуймағыҙ.
Читайте нас: