#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.
Быйылғы ағас ултыртыу кампанияһында тиҫтәләрсә мең кеше ҡатнашҡан, ике миллион төптән ашыу төрлө ағас ултыртылған. Әгәр ошо ағастар үҫеп китһә, тыуған төйәгебеҙ гөл-баҡсаны хәтерләтеп торасаҡ. Эйе, йыл һайын миллиондарса ағас ултыртабыҙ. Ә бына ул ағастарҙың нисәүһе үҫеп киткәнен беҙ беләбеҙме?
Ошо яҙ ағас ултыртыу ҙур эшкә әйләнеп китте. Республика етәксеһе Радий Хәбиров, Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов үҙҙәре көрәккә тотонғас, башҡалар ҙа эйәрмәй буламы һуң инде. Әгәр былай барһа, бер нисә йылдан беҙҙә ағас ултыртылмаған майҙандар ҡалмаясаҡ.
Ә шулай ҙа ҡыҙыҡ, нисә ағас үҫеп китер икән? Иң тәүҙә ҡалала ултыртылғандарҙы барлайыҡ. Өфөлә быйыл бер нисә мең биш-ун йәшлек ағастар ултыртылды. Белгестәр йәшәгән ағастарҙың күпселегенең ерегеп китеүен фаразлай. Тик бының өсөн ҡоро йылдарҙа һыу һибергә, аҙмы-күпме тәрбиәләп торорға һәм һаҡларға кәрәк. Ә ни өсөн һаҡларға? Сөнки яңы йыл байрамдары алдынан урамда үҫеп ултырған ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыу осраҡтары йышая. Һәр шыршыға ҡарауылсы беркетеп тә булмай. Тауҙарҙа һәм яландарҙа ултыртылған ағастарҙың үҫеп китеүе шулай уҡ тәбиғәт шарттарынан һәм беҙҙең мөнәсәбәттән тора. Сөнки, кешенән бигерәк, мал көтөүҙәренең йоғонтоһо тиҫкәре һөҙөмтә бирә.
Урман хужалығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл урмансылар ҙа әүҙем эшләгән. Уларҙың көсө менән 6000 гектар майҙанда 20 миллиондан артыҡ үҫенте ултыртылған.
Кисә генә сүп үләндәре үҫеп ултырған урында оҙаҡламай йәм-йәшел ҡарағайҙар ҡояшҡа ынтыласаҡ. Үҙегеҙ ултыртҡан ағастарға һирәкләп булһа ла күҙ һалығыҙ, һеҙҙең эш һөҙөмтәһе бит улар. Әйҙә, ултыртылһын ағастар, миллионлап үҫһендәр.