#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан, #Владимир Путин.
Йәшәйеш алға киткән һайын һәр кеше тарафынан донъяны сүплек менән күмеү кимәле арта бара. Ғалимдар шуны иҫәпләп сығарған: һәр кеше йыл һайын 150-нән алып 220-гә тиклем полиэтилен пакет файҙалана икән. Пакеттар туҙғас, йәки эштән сыҡҡас, ҡайҙа барып ятыуы ҡыҙыҡһындыра беҙҙе. Әлбиттә, тәбиғәт ҡосағында урын ала улар. Сөнки көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау, уларҙы эшкәртеү, быға тиклем барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе юҡ итеү мәсьәләһе электән борсоһа ла, уға ныҡлап быйыл ғына тотондолар.
Экология проблемаһы, әгәр уға күҙ йомоп ҡараһаң, оҙаҡламай барлыҡ ер шары өсөн хәл иткеһеҙгә әүереләсәк. Шуның өсөн РФ Президенты Владимир Путин милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тәбиғәтте һаҡлауҙы төп урындарҙың береһенә ҡуйҙы. Яҡындағы биш йыл эсендә Рәсәйҙәге барлыҡ тыйылған сүплектәр таҙартылырға, өр-яңы комплекстар төҙөлөргә тейеш. Ошо маҡсатта байтаҡ сығымдар бүлеү ҡаралған, йәмғеһе 4 триллион һумдан артыҡ аҡса көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе пункттар төҙөүгә йүнәлтеләсәк.
Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостан ерендә рөхсәтһеҙ 600-ләп сүплек иҫәпләнә, әлегә уларҙың 30 проценты ғына эшкәртелгән. Шулай уҡ эсәр һыу мәсьәләһе лә киҫкен тора.