Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2019, 10:30

Радий Хәбиров диктантты нисек яҙған? Башҡорт теленән диктант яҙыу туған тел байрамына әйләнде.

Байрамға торошлоғо ла бар. Яҡынса иҫәпләгәндә, ер йөҙөндә 800-ләп урында диктант яҙылған. Хатта был сараға республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡушылып, өлгө күрһәтте һәм башҡалар менән бер ыңғай үҙенең белемен һынап ҡараны.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд директоры Гөлназ Йосопова: “Радий Фәрит улы башҡорт телендә аралашыуҙан байтаҡ ваҡыт ситтә торһа ла, диктантты ҡәнәғәтләнерлек яҙған. Телде белә, бер нисә орфографик хата теркәлде. Әйткәндәй, бындай ҙур булмаған хаталар башҡалар өсөн дә хас”, – тип билдәләне.
Башҡорт теленән сираттағы диктант яҙыу ҡасан булыр? Моғайын, киләһе йылда ошо көндәрҙәлер. Тимәк, әҙерләнергә, онотолғандарҙы иҫкә төшөрөргә байтаҡ ваҡыт бар.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: