Украина ауырлыҡ һәм ҙур мәшәҡәттәр менән Пётр Порошенконан ҡотолорға тырыша. Бының өсөн хатта Европа илдәренә ҡушылырға һәм Порошенконы власты ауырлыҡһыҙ ҡалдырыуын һорарға тура килде.
Зеленский үҙ зауҡына ярашлы, күңелле генә итеп инаугурацияға әҙерләнә һәм тантананы мөмкин тиклем иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Украиндар әле булһа аптырана һәм шоуменды уңышлы президент итеп күрергә хыяллана.
Урындағы сәйәсмәндәр был хыялды юҡҡа сығарырлыҡ, ваҡыты менән ҡот осорлоҡ фараздар яһай. Әгәр уларға ышанһаң, Порошенко ил нигеҙенә һуңынан шартлаясаҡ бомба һалып ҡалдырған. Украиндарҙың әле кисергән ауырлыҡтары, алда көтөлгәндәре менән сағыштырғанда, ваҡ-төйәк кенә. Хаҡтар һәм бурыстар артасаҡ. Йыл һайын Халыҡ-ара валюта фондына иң кәмендә икешәр миллиард доллар бурыс, яҡын йылдарҙа ун миллиард доллар ҡайтарырға тура киләсәк. Быларҙың бөтәһенә лә Зеленский яуап бирәсәк.
Кәңәшселәр араһында яңы һайланған президент эшмәкәрлеген Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙан, иҡтисади бәйләнештәрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙан, хатта РФ Пезиденты Владимир Путин (#ВладимирПутин) менән осрашыуҙан башларға тейеш, тип әйтеүселәр ҙә бар. Хәлдәр нисек үҫер, ваҡыт үҙе күрһәтер, сөнки Кремлдә Зеленскийҙы бөгөндән көтөүҙәре бик шикле, Владимир Путиндың эш графигы ифрат тығыҙ.