Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 10:44

Башҡорт теленән диктантҡа һеҙ әҙерме? Ә һеҙ кемдең әҫәрен уҡыясаҡтарын беләһегеҙме?

#Башҡорт_телендә_һөйләшәм, #башҡорт_телендә_яҙам 18 майҙы башҡорт теле байрамы тип иғлан иткәндә лә булыр ине. Байрамлығы ла бар, барыбыҙ ҙа диктант яҙыуҙа ҡатнаша алабыҙ. Диктант яҙыу йыл һайын ойошторола, унда ҡатнашыу ирекле, аҡса түләү кәрәкмәй, йәш, белем кимәле, дини инаныу, мөлкәт кимәле, хатта гражданлыҡ мөһим түгел. Ысын исем-фамилияғыҙҙы күрһәтеү ҙә кәрәкмәй. Ә кемдең әҫәренән өҙөктө файҙаланасаҡтарын беҙҙең сайттан уҡып белә алаһығыҙ.

18 майҙы башҡорт теле байрамы тип иғлан иткәндә лә булыр ине. Байрамлығы ла бар, барыбыҙ ҙа диктант яҙыуҙа ҡатнаша алабыҙ. Диктант яҙыу йыл һайын ойошторола, унда ҡатнашыу ирекле, аҡса түләү кәрәкмәй, йәш, белем кимәле, дини инаныу, мөлкәт кимәле, хатта гражданлыҡ мөһим түгел. Ысын исем-фамилияғыҙҙы күрһәтеү ҙә кәрәкмәй. Ә кемдең әҫәренән өҙөктө файҙаланасаҡтарын беҙҙең сайттан уҡып белә алаһығыҙ.
Әйткәндәй, Мәғариф милли проекты (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) сиктәрендә Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен һәм әҙәбиәттәрен өйрәнеүгә күп иғтибар бүленә.
Шуға күрә был сара Башҡортостан менән генә лә сикләнмәй. Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә лә үткәреләсәк тип көтөлә.
Диктант үткәреләсәк төп майҙансыҡтар:


Башҡорт дәүләт университетының төп уҡыу корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32) 2-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 1-се аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн).


М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3а) 202-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 206-сы аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн).


Альтернатив майҙансыҡтар БДУ филиалдарында, Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге дөйөм, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениеларында булдырыла.


Баш ҡалабыҙҙа, диктант яҙырға теләүселәргә, “Арт клубы” (Карл Маркс урамы, 37/1-се корпус, 310-сы кабинет), Территория 3000, “Ҙур Нәнәй” (Менделеев урамы, 134/7, 3-сө ҡат, А и Б инеү урыны), “Радость есть” кафеһында (Пушкин урамы, 94) майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Диктант өсөн Салауат Юлаев исеменгәге Дәүләт премияһы лауреаты, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире Салауат Әбүзәрҙең әҫәренән өҙөк ҡулланыласаҡ.
#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;


Читайте нас: