Башҡортостанға “Айыҡ Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Солтан Хәмзәев килде һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы вәкилдәренең йыйынында сығыш яһаны. Спиртлы эсемлектәр һатыуҙы көйләү, сәләмәт йәшәү рәүешен таратыуға сарала ҙур иғтибар бүленде.
– Эсемлектәрҙе закон буйынса тыйылған наркотиктарға тиңләргә мөмкин. Араҡы һәм һыра беҙҙә аҙыҡ-түлек тауар әйләнешенең өстән ике өлөшөн алып тора, – тине Солтан Хәмзәев үҙенең сығышында. – Спиртлы эсемлектәр тәүлек әйләнәһенә һатыла, енәйәттәр күберәк ҡылына, ғаиләләр тарҡала, зәғиф балалар тыуа.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;) Рәсәй халҡының һаулығын нығытыуға иң күп аҡса бүленә. Ә бына спиртлы эсемлектәр иркен һатылған дәүләттә һаулыҡты нығытыу мөмкинме? Эйе, ҙур-ҙур сығымдар бүленер, дауаханалар төҙөлөр, заманса ҡорамалдар һатып алыныр, ә файҙаһы булырмы? Был хаҡта милли проектты тормошҡа ашырыусыларға етди уйланырға кәрәк.