Владимир Путин (#ВладимирПутин) халыҡ-ара аренала Венесуэланың хәҙерге хакимиәтенең мәнфәғәттәрен эҙмә-эҙлекле яҡлай. АҠШ һәм уның союздаштары тарафынан Венесуэланың эске эштәренә ҡарата бер ғәмәлгә лә һыймаған ҡыҫылыу дауам итә.
баҙарында нефткә хаҡтарҙың төшөүе Венесуэлалағы иҡтисади хәлдең насарайыуына
килтерҙе. Хөкүмәт халыҡ алдындағы социаль йөкләмәләрен ауырлыҡ менән үтәй. Шуға
ҡарамаҫтан, күпселек халыҡ хәҙерге президент Мадуроны яҡлай. АҠШ иһә,
бойондороҡһоҙ дәүләткә үҙе тәҡдим иткән оппозиция вәкилен президент вазифаһына
ҡуйҙырмаҡсы. Бындай хәл күпселек дәүләттәрҙә ризаһыҙлыҡ уятты. Ошондай
шарттарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Венесуэланың үҙ аллылығына ихтирам
менән ҡарарға саҡырып сығыш яһаны.