Ошо аҙнала АҠШ-тың Дәүләт секретары Помпео Германияға киләсәк һәм илдең федераль канцлеры Меркель ханым менән осрашасаҡ, тигән хәбәр йөрөгәйне. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Помпео Германиянан “Төньяҡ ағым-2” газ үткәргесен туҡтатыу буйынса баҫым яһарға уйлаған. Европа илдәре был газ үткәргескә ҡарата ихтыяжын күптән билдәләне һәм торбаларҙың һалынып бөткәнен көтә. “Газпром” етәкселеге белдереүенсә, эштәрҙең яртыһынан күбеһе тормошҡа ашырылған.
Помпеоның Меркель менән осрашыуын кисектереүе АҠШ-Рәсәй мөнәсәбәттәренең үҙгәреүе менән бәйле булыуы ихтимал. Бындай шарттарҙа АҠШ-тың Көнбайыш Европаға баҫымы файҙаһыҙ булыры билдәле. Өҫтәүенә, Помпео 14 майҙа Сочиға киләсәк һәм Владимир Путин (#ВладимирПутин) менән осрашасаҡ, тип билдәләй күҙәтеүселәр.