Ил Президенты Указына ярашлы, Еңеү көнө уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өҫтәмә түләү аласаҡ.
Владимир Путин “Еңеү көнөнә ҡайһы бер категорияға ҡараған граждандарға йыл һайын аҡсалата түләү тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм яу инвалиды булған, Рәсәйҙә, Латвияла, Литвала, Эстонияла йәшәгән ветерандарға быйылдан алып Еңеү көнө уңайынан ун мең һум күләмендә аҡса түләнә башлай.
Башҡортостанда улар – 1293 кеше. Был ветерандарға әлеге өҫтәмә түләү 9 майға тиклем, пенсиянан айырым биреләсәк.
Республикабыҙҙа 74-се Еңеү яҙын 176 ветеран 100 һәм унан өлкәнерәк йәштә ҡаршылай.