Бөгөн киске сәғәт 8-ҙән алып тәүлек дауамында төбәгебеҙҙә һауа торошо бигүк ҡыуандырмаҫ.
Елдең секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе, ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа күк күкрәүе көтөлә.
Һауа температураһы төндә – 5-10, көндөҙ 15-20 градус йылы.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: ел көслө саҡта урамға сығыуҙы сикләү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау, һаҡ булыу мөһим.
Ксения Калинина фотоһы, "Башинформ"дан.