Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2019, 00:18

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында – ауыл эшсәндәре менән

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында республика етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарында яҙғы баҫыу эштәре барышы менән танышты.

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында республика етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарында яҙғы баҫыу эштәре барышы менән танышты.


Ҡырмыҫҡалыла ул “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығының баҫыуҙарында булды, яңы технологиялар ҡулланылған һөт комплексын ҡараны. “Бындай заманса хужалыҡтар дәүләт ярҙамына һәр ваҡыт иҫәп тота ала”, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.


Радий Хәбиров ферма эшсәндәре менән аралашып, уларҙың хеҙмәт шарттары хаҡында белеште, ауылдарҙағы социаль тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышты.


Ауырғазы районында муниципалитет хужалыҡтары етәкселәре менән осрашыу ойошторолдо. Радий Хәбиров аграрийҙарҙы Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан ҡотлап, етештереүселәрҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы, һәм был маҡсатҡа өлгәшелде.


“Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тип белдерҙе Радий Хәбиров ауыл хужалыҡы тармағы эшсәндәренә. – Өлкәне үҫтереүгә йүнәлтелгән ярҙам саралары һаҡланасаҡ. Мөмкинлек күберәк булһа, ауыл хужалығына булышлыҡты арттырасаҡбыҙ”.


Ауырғазыла төбәк етәксеһе шулай уҡ иң ҡеүәтлеләрҙән һаналған “Уңыш” предприятиеһының етештереү базаларын ҡараны.


Стәрлетамаҡ районында иһә Радий Хәбиров Рощинский ауылының мәктәбенә, балалар баҡсаһына инеп сыҡты. Уҡыу йортонда 350-нән ашыу уҡыусы белем ала. Заманса йыһазландырылған кабинеттар, бассейн, музей, ҡышҡы баҡса... Уҡыусыларға сифатлы белем алыу, һәр яҡлап үҫеш өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған.


Балалар баҡсаһында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы тәҙрәләр яңыртылған, түбәне ремонтлау планлаштырыла. Сабыйҙарға тейешле кимәлдә тәрбиә биреү өсөн бөтөн шарттар булдырылған, шул иҫәптән бассейн эшләй.


Бында, билдәле булыуынса, аграр тармаҡтағы иң ҡеүәтле предприятие – Рощинский совхозы урынлашҡан. Уны үҫтереү юлдары хаҡында Радий Хәбиров муниципалитет башлығы менән фекер алышты.


Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.


Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас: