Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2019, 13:35

"Киләсәк быуындарға урман ҡалдырабыҙ"

27 апрелдә республикабыҙҙа быйыл икенсе тапҡыр дөйөм өмә үтте. Төбәк халҡы тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартты, йәшәгән ерен рәтләне, ҡаланыҡылар сквер-парктарҙы тәртипкә килтерҙе. Республикабыҙҙа айырыуса ағас ултыртыу бик йәнле барҙы.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы ойошторолған был йәшелләндереү сараһына бар райондар халҡы дәррәү сыҡты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров та Учалыға эш сәфәре барышында Илтабан менән Ураҙ ауылдары араһындағы урман зонаһында ағас ултыртты.

“Бындай акцияларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: беҙ киләсәк быуындарға урман ҡалдырабыҙ, йәштәр күңелендә тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләйбеҙ”, – тип билдәләне Радий Фәрит улы халыҡ менән аралашҡанда.

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, 27 апрелдә төбәгебеҙҙең 220 гектарында бер миллион самаһы үҫенте ултыртылды. Йыл дауамында бер күрһәткес 28 миллиондан ашасаҡ.

“18 майҙа ошо йүнәлештә тағы ла бер ҙур акция үтәсәк. “Хәтер урманы” тип аталған ул сара Бөйөк Еңеүгә арналасаҡ”, – тине ведомство етәксеһе.
Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.

Читайте нас: