“Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” – шундай девиз аҫтында үтә республикабыҙҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһы. Ысынлап та, урмандарға ғүмер бүләк итеп, шәхестәребеҙ хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереп, ифрат изге ғәмәл башҡара төбәгебеҙ халҡы.
27 апрелдә үткән ағас ултыртыу өмәһендә урмандың ғына түгел, әҙәбиәтебеҙҙең тамырына ла ҡеүәт өҫтәлде. Беренсенән, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башланғысы менән баш ҡалабыҙҙың Сәғит Агиш урамы буйлап Салауат Юлаев проспектына тиклем Рауил Бикбаев исемендәге аллея булдырылды!
“Рауил Төхвәт улы оҙаҡ йылдар Совет районында йәшәне. Оло йөрәкле шәхес, абруйлы йәмәғәт эшмәкәре, олуғ яҙыусы беҙҙең ҙур ғорурлығыбыҙ булды һәм күңелебеҙҙә мәңге шулай булып йәшәйәсәк”, – тип белдерҙе Совет районы халҡы.
Йылайырҙа иһә Шәйехзада Бабич исемендәге аллея булдырылды. Ул – шәхестең исемен йөрөткән гимназия янында. Олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты был изге ғәмәлдә.
Ғүмере оҙон булһын, ағастары гөрләп үҫһен аллеяларҙың – бөйөк шағирҙарыбыҙҙың рухы мәңге йәшәһен!