Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2019, 01:28

Совет районы башҡорттары булдырыр!

“Бала күңеленә туған телгә, милләткә, Ватанға һөйөү ғаиләлә һалына. Әгәр һәр ата-әсә ошо бурысын лайыҡлы үтәй икән, ул республикабыҙҙың яҡты киләсәгенә ҙур өлөш индерәсәк”, – тине Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин.

Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.

Был һүҙҙәр бөгөн Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында үткән Совет районы башҡорттары ҡоролтайында әйтелде. Сығыш яһаған башҡа милләттәштәребеҙ ҙә барыһының да үҙебеҙҙән тороуын, тырышлыҡтың бушҡа китмәйәсәген билдәләне.
Ҡорға килгән ҡунаҡтарҙы гимназия уҡыусылары милли кейемдә ҡаршы алды, шулай уҡ “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзалары ихлас сәләмләне. Бында төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ кластары ойошторолдо, өҫтәүенә табиптан консультация алыу мөмкинлеге булдырылғайны.
Ҡорҙа ҙур ҡала шарттарында туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде, Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһына тәҡдимдәр индерелде, V Бөтә донъя ҡоролтайына делегаттар һайланды.
Читайте нас: