Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2019, 17:26

Рөстәм Миңлеханов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Киләсәккә төбәлгән юғары маҡсаттар.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡатнашлығында үткәрелгән бизнес-форумда нефть сәнәғәте, энергетика, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре ентекле ҡаралды.

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы һәм Татарстан Республикаһы араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә индергән эшмәкәрлеге өсөн Рөстәм Миңлехановты юғары дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән наградланы.
Башҡортостанда Татарстан көндәре бөгөн кис ябыласаҡ. Ике көн эсендә әллә ни ҙур эштәр башҡарып булмай һымаҡ, ләкин был осрашыуҙар бик емешле һәм файҙалы булды. Ике республика ошондай форматтағы эшмәкәрлеккә күптән мохтаж ине. Был осрашыуҙар киләсәккә ҙур пландар менән тормошҡа ашырыла. Оҙаҡламай беҙ уның тәүге һөҙөмтәләрен күрәсәкбеҙ.
Читайте нас: