Беҙ ышанған, хатта табынған уйынсыларыбыҙ үткән ялдарыбыҙҙың йәмен ебәрҙе. Ашағаныбыҙ аш, ялыбыҙ ял булманы. Баш етмәй, аҡлау табыуы ҡыйын, нисек инде тиҫтәләрсә миллион һум эш хаҡы алып, күпме кешене ышандырып, еңелеп ҡалырға мөмкин? Уф, күршеләр эс тырнап көләлер инде. Кем әйтмешләй, шуға ғына ҡайғырам, бажам ишетһә, ҡыуаныр ине.
Ғәҙеллек өсөн билдәләйек, был еңелеү беҙҙең өсөн алдан уҡ инселәнгәйне. Сөнки командаға плей-оффҡа сығыу һәм Көнсығыш дивизионда финалда уйнау бурысы ҡуйылғайны. Беҙҙекеләр быны үтәне, уларҙан эш төштө. Тимәк, легионерҙар бының өсөн аҡсаһын ҡутарып алды, йөҙҙәре яҡты, ә беҙ ҡәнәғәт ҡалырға бурыслы. Ялланып уйнаусылар би-ик иҫәпсел халыҡ. Өҫтән төшкән талап үтәлгәс, улар ни өсөн артыҡ көс һалып торһон, уйнағанға рәхмәт әйтегеҙ һәм бурысты үтәгәнгә премиялар түләргә онотмағыҙ.
Ҡалғанын 2 һәм 4 апрелдә күрәбеҙ инде, түҙәйек, күп ҡалманы. Уф, әпәт бажам иҫкә төштө. Ҡыуаналыр инде, ҡороғор...