Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2019, 23:41

"Салауат"ҡа етеү ҡайҙа!

Ярымфиналдың сираттағы матчы. Уның беҙҙең команда өсөн еңеүгә илткән һуңғы аҙым булыуы ихтимал...

Ярымфиналдың сираттағы матчы. Уның беҙҙең команда өсөн еңеүгә илткән һуңғы аҙым булыуы ихтимал...


Уйын барыһы ла көтөлмәгәнсә. Шулай ҙа был матчты беҙ “Салауат Юлаев”ҡа ҙур ышаныс белдереп, тыныс көттөк кеүек.


Һәм ышанысыбыҙ тормошҡа ашты ла! Алдына алғанды ҡуймаҫ башҡорт командаһы матчтың ике осорон "ҡоро" иҫәп менән үтеп, өсөнсөгә аяҡ баҫты. Бында айырыуса ҡыҙған "Автомобилист" беҙҙең ҡапҡаға гол индерергә өлгәшһә лә, "Салауат"ҡа етеү ҡайҙа?! Ҡаршы команданың был голы ярымфиналдағы һуңғы гол булып тарихта ҡалды.


Иҫәп - 4:1! Һуңғы матчты ошондай ҡаҙаныш менән тамамланы "Салауат Юлаев". Алда - финал!
Читайте нас: