Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2019, 16:10

Стәрлетамаҡ артабан тейешле ярҙам күрәсәк

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып, төрлө тармаҡтарҙағы хәл-торошто яҡындан күреп, халыҡ менән аралашып ҡайтты.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып, төрлө тармаҡтарҙағы хәл-торошто яҡындан күреп, халыҡ менән аралашып ҡайтты.


“Ҡала мине һөйөндөрҙө, – тине ул, сәфәр барышына йомғаҡ яһап. – Күренеп тора: урындағы власть һәм хакимиәт етәксеһе Стәрлетамаҡҡа, уның халҡына хәстәрлекле мөнәсәбәттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡала республиканан ярҙамды тейешле кимәлдә алмаған, шул иҫәптән – социаль объекттар төҙөүгә лә. Был хәлде төҙәтәсәкбеҙ, һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ”.


Радий Фәрит улы урындағы балалар дауаханаһының эшмәкәрлеге менән танышып, бында ғына түгел, тотош ҡала буйынса медицина белгестәренә ҡытлыҡ барлығын асыҡланы һәм яңы республика программаларына ярашлы кадрҙарҙы махсус йүнәлештә әҙерләү йәһәтенән булышлыҡ ҡылырға вәғәҙә бирҙе. Хакимиәт етәкселегенә ҡалаға йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү юлдарын эҙләргә ҡушты.


“Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында урындағы “Тархан” волейбол клубы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашты. Команданың ҡаҙаныштары бар, әммә уны тотоп тороу өсөн республиканан тейешле финанслау булмағанлыҡтан, һуңғы йылдарҙа тиҫтәнән ашыу спортсы киткән. Был, әлбиттә, дөйөм эшмәкәрлеккә кире йоғонто яһаған. Радий Фәрит улы артабан финанслауҙың тейешле кимәлдә буласағына ышандырҙы. “Мин һәр ваҡыт спорт өсөн. Тик һеҙ яҡшы һөҙөмтә күрһәтегеҙ, көйәрмәндәрҙе һөйөндөрөгөҙ”, – тине.


Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтың 23-сө мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларын “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһына ҡабул итеү тантанаһында ҡатнашты, йәш пионерҙарға галстуктар бәйләне. Билдәле булыуынса, был белем усағы – республикала иң ҙур мәктәп. Радий Фәрит улы учреждениеға мини-трактор һатып алыу өсөн 500 мең һумға сертификат та тапшырҙы.


Республика етәксеһе шулай уҡ Башҡорт быяла компанияһында, төҙөлөш туҡтап ҡалған балалар баҡсаһы бинаһында булды, сифатлы һөт аҙыҡтары сығарыласаҡ фабрика-кухняның эшен күрҙе, ихаталарын төҙөкләндерергә теләгән күп фатирлы йорттар милекселәре менән аралашты.
Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.


Олег Яровиков фотолары.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: