Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2019, 17:50

"Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!" тип ныҡлы ышаныс менән әйтәсәкбеҙ"

55 йәш – ир кешенең үҙ аяғында ышаныслы, ныҡлы баҫып, маҡсаттары, дәрт-дарманы ташып торған мәле. Ғүмеренең ошондай матур миҙгелендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа республика халҡы ниндәй теләктәр еткерә?

55 йәш – ир кешенең үҙ аяғында ышаныслы, ныҡлы баҫып, маҡсаттары, дәрт-дарманы ташып торған мәле. Ғүмеренең ошондай матур миҙгелендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа республика халҡы ниндәй теләктәр еткерә?


“Ул тормошто ярата, изге күңелле, иғтибарлы, хәстәрлекле. Әлегеләй ысын кеше, бәхетле, намыҫлы, ғәҙел булып ҡалыуыңды теләйем. Мин һиңә ышанам”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Радий Фәрит улын тәбрикләп ҡатыны Каринэ Хәбирова.


“Бизнес-берләшмәләр исеменән Һеҙгә ныҡлы ышаныс белдерәм: республика эшҡыуарҙары, ниһайәт, ныҡлы аҙымдар менән алға барыр, Башҡортостан инвестициялар йәлеп иткән, үҙ кәсебеңде хәүефһеҙ, тулы ышаныста йәйелдерергә мөмкин булған төбәккә әйләнер, яңы хеҙмәт урындары асылыр...”


“Радий Фәрит улының социаль селтәрҙәге постарын һәр саҡ уҡып барам. Улар ябайлығы, ихласлығы менән күңелде әсир итә, Тыуған илгә, ергә, яҡындарға ҡарата һөйөү тойғоһон көсәйтә. Яңы Башҡортостанды бергәләп төҙөргә яҙһын! Тыуған көнөгөҙ менән!”


“Һеҙҙең башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһен хәл итерегеҙгә ышанам. Милли уҡыу йорттарының эшмәкәрлегенә яңы һулыш бирелер, башҡорт телен белеү йәштәргә өҫтәмә карьера мөмкинлектәре асыр, республика ике дәүләт теле лә ныҡлы, һөҙөмтәле ҡулланылған төбәккә әүерелер”.


“Медицина тармағы хеҙмәткәрҙәре исеменән юбилейығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Ғәҙәти кеүек тойолһа ла, иң беренсе сиратта сәләмәтлек теләйем: һаулыҡ бар икән, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә көс-ҡеүәт тә була. Медицинаға иң беренсе сиратта иғтибар биреп, дөрөҫ эшләнегеҙ. Барлыҡ башланғыстарығыҙ тормошҡа ашһын – халыҡ Һеҙҙән шуны көтә”.


“Һеҙҙең эш алымына ярашлы, республиканың етәкселек урындарына йәш белгестәрҙең йәлеп ителә башлауына ҡыуанабыҙ. Яңы креатив проекттарығыҙ, заманса белем биреү үҙәктәре төҙөү һәм башҡа ҙур пландарығыҙ уңышлы тормошҡа ашһын! Һеҙҙең етәкселек йылдарында тыуған Өфөбөҙҙөң Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге “йондоҙҙар” тәрбиәләгән ҡеүәтле мәҙәни, спорт үҙәгенә әүерелеренә, йәштәрҙең Башҡортостандың сәскә атыуына ҙур өлөш индереренә, уларҙың үҙ республикаһы менән һәр саҡ ғорурланып йәшәренә, “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” тип ныҡлы инанып әйтеренә ышанам”.


Радий Хәбировҡа ошондай ихлас яҙылған, ҙур ышаныс белдерелгән ҡотлау һүҙҙәре еткерелеүен дауам итә.


Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.


Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: