Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2019, 11:41

Икеләтә артырға тейеш

Башҡортостанға инвестициялар күләме икеләтә артырға тейеш. Был хаҡта Федерация Советында үткән “Рәсәй субъекты сәғәте”ндә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

Башҡортостанға инвестициялар күләме икеләтә артырға тейеш. Был хаҡта Федерация Советында үткән “Рәсәй субъекты сәғәте”ндә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
Былтыр төбәк иҡтисадына 270 миллиард һум һалынған – был республиканың ҡеүәтенә тап килмәй.
“Башҡортостандың идара итеү командаһы иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты ныҡлы үҫтереү маҡсатын ҡуйҙы. Беҙ конкурентлы мөхиттә йәшәйбеҙ һәм инвесторҙар өсөн тейешле мәғлүмәт фоны, уңайлы шарттар булдырырға теләйбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Федерация Советында республика социаль, инфраструктура, экология объекттары төҙөү, реконструкциялау буйынса күп сара тәҡдим итте. Уларҙы тормошҡа ашырыу Башҡортостандың үҫешен тиҙләтәсәк, иҡтисади ҡеүәтен арттырасаҡ.
Төбәктең мөмкинлектәре тулы кимәлдә файҙаланылмай тигән фекерҙе Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ла яҡланы.
“Республика етәкселегенең быны аңлауы, ни эшләргә кәрәклекте белеүе ҡыуандыра, – тине ул. – Мин Радий Хәбировты эшлекле, үҙ һүҙен тотҡан ышаныслы кеше булараҡ беләм. Беҙ республиканың башланғыстарын, тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуға әүҙем булышлыҡ ҡыласаҡбыҙ”.
Федерация Советында Башҡортостан көндәре буйынса йомғаҡлау документы, комитеттарҙа фекер алышыуҙар үткәрелгәс һәм төҙәтмәләр индерелгәс, 21 мартта ҡабул ителәсәк.
Олег Яровиков фотоһы.
Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Читайте нас: