Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2019, 10:48

Фольклориаданы ҡолас йәйеп ҡаршылайбыҙ

Киләһе йыл Рәсәйҙә – Халыҡ ижады йылы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме Федерация Советында хуплап ҡаршы алынды.

Киләһе йыл Рәсәйҙә – Халыҡ ижады йылы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме Федерация Советында хуплап ҡаршы алынды.


Кисә “Рәсәй субъекттары сәғәте” ултырышында был турала Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко белдерҙе.


“Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2020 йылды ил кимәлендә Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү тәҡдимен еткерҙе. Был башланғысты күтәреп алдыҡ”, – тине спикер.


Тәҡдимдең ныҡлы нигеҙе бар: киләһе йыл, мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя фольклориадаһы беҙҙең республикала үтә. Ҙур сараға әле үк етмештән ашыу илдән килергә теләк белдергәндәр. Фольклориада Халыҡ ижады йылының әһәмиәтен тағы ла көсәйтәсәк, уның үҙенсәлекле биҙәге буласаҡ.


Фото "Башинформ"дан алынды.


Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Читайте нас: