Ҡапыл ғына арабыҙҙан билдәле журналист Нияз Бикйән улы Мәһәҙиев китеп барҙы. Ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле шәхес, үҙ көсөн, тормошон, ғүмерен журналистикаға бағышланы. Һуңғы йылдарҙа ул “Ағиҙел” журналында “әҙип тормошо” рубрикаһына нигеҙ һалды, дәртләнеп, илһамланып эшләне. Ике йыл ярым эсендә 25-ләп әңгәмә-интервью сығарҙы. Егәрле журналист ошо әңгәмәләрен туплап, китап әҙерләгәйне. Үкенесле, ифрат үкенесле. Китап быйыл сығасаҡ, ләкин арабыҙҙа Нияз булмаясаҡ. Тыныс йоҡо, ҡәләмдәш.
“Ағиҙел”, "Һәнәк" журналдары редакциялары, "Башҡортостан журналдары" филиалы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.