Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март 2019, 13:44

"Һөйөклө һәм бәхетле булығыҙ!"

Республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәк ҡатын-ҡыҙҙарын 8 Март менән тәбрикләне.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәк ҡатын-ҡыҙҙарын 8 Март менән тәбрикләне.
“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙғы һоҡланғыс байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым! – тиелә тәбрикләүҙә. – Беҙ, ир-егеттәр, был көндә һеҙ яратыуыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ тойһон өсөн айырыуса тырышабыҙ. Ихлас күңелдән сәскәләр, бүләктәр бирәбеҙ, һөйкөмлө, гүзәл булыуығыҙға һоҡланабыҙ. Иғтибарыбыҙҙы тойоуығыҙ, йышыраҡ йылмайыуығыҙ мөһим беҙҙең өсөн. Һөйөүҙе ихлас белдереү тойғоларыбыҙҙы тағы ла тәрәнерәк итһен. Һәр ваҡыт яныбыҙҙа булыуығыҙ, тормошобоҙҙо йылылыҡ, хәстәрлек, матурлыҡ менән тулыландырыуығыҙ өсөн рәхмәт!
Ҡатын кеше ғаилә усағын һаҡлау ғәмәлен үтәй, уның әсәлек һөйөүе сикһеҙ. Баланы лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләү – оло хеҙмәт һәм ҙур бәхет. Яратҡан әсәй, хәстәрлекле ҡатын булып ҡалып, һайлаған һөнәрегеҙҙә лә юғары бейеклектәргә өлгәшәһегеҙ. Республикабыҙҙың һәр уңышында һеҙҙең өлөшөгөҙ бар.
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙгә, яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, бар изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем. Һөйөклө һәм бәхетле булығыҙ!”
Читайте нас: