“Башҡортостанда тыуғандар” байрам концертына киске сәғәт 7-лә башланыуға ҡарамаҫтан, унда халыҡ алдан уҡ күпләп йыйыла башланы. Был, һис шикһеҙ, Ватаныбыҙҙың Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе булыуы хаҡында һөйләй.
“Республикабыҙҙың 100 йыллығы – тарихи ваҡиға, – тине тантананы асып, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Башҡортостан – Рәсәйҙең терәк төбәге. Беҙҙә – ҡеүәтле иҡтисад, юғары мәҙәни кимәлле, белемле, кешелекле, хеҙмәт һөйөүсән халыҡ. Шул уҡ ваҡытта алдыбыҙҙа бик күп бурыстар тора. Беҙ республиканың үҫешенә яңы этәргес, йүнәлеш бирергә тейешбеҙ. Ә был бурысты берҙәм көс менән генә атҡарырға мөмкин”.
Радий Фәрит улы сараның Халыҡ-ара музыка йортонда үтеүенең осраҡлы түгеллеген дә билдәләне.
“Беҙ был концертты оло ғорурлыҡ менән ойошторҙоҡ, – тине ул. – Ни өсөн тигәндә, беҙҙең Башҡортостанда тыуғандар араһында Рәсәй мәҙәниәте тарихында ҙур эҙ ҡалдырғандар бихисап. Шул уҡ ваҡытта әлеге сәнғәт оҫталарыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ. Улар – Владимир Спиваков, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Юрий Шевчук, Земфира, Алһыу. Башҡортостан ҡеүәтле иҡтисадлы матур төйәк кенә түгел, Рәсәй мәҙәниәтенең ынйыһы ла”.
Гөлдәр Яҡшығолова һәм Ләйлә Аралбаева фотолары.