Бөгөн Мәскәүҙең Халыҡ-ара музыка йортонда республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан “Башҡортостанда тыуғандар” тип аталған байрам концерты була.
Тантаналарҙа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнаша. Сараға шулай уҡ федераль власть органдары етәкселәре, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, бизнес-берләшмәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һ.б. саҡырылған.
Программала арҙаҡлы Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтарҙың, Дилара Иҙрисованың, Артур Нәзиуллиндың, Рөстәм Хәмиҙуллиндың, Роберт Юлдашевтың һ.б. сығыштары ҡаралған.
Ошонда уҡ “Башҡортостан – Рәсәйҙең ынйыһы” тип аталған фотокүргәҙмә ойошторола. Унда Рәмил Килмәмәтов, Рәйеф Баҙыҡов, Рәмил Нафиҡов кеүек билдәле фоторәссамдарҙың ижадтары менән танышырға була.
Фотокүргәҙмәлә һәр яҡлап үҫеш кисергән бөгөнгө Башҡортостандың тормошо сағылдырыла.
Фото "Башинформ"дан алынды.