Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2019, 20:22

"Шундай бай һәм бәхетлеһегеҙ!"

Бөгөн күп бала тәрбиәләгән 45 гүзәл зат вәкиленә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.

Бөгөн күп бала тәрбиәләгән 45 гүзәл зат вәкиленә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.
Мәғлүм булыуынса, был награда 1998 йылдан алып бирелә, шул ваҡыттан бирле уға 7,5 мең ҡатын лайыҡ булған. Кәмендә биш бала тәрбиәләгән әсәләр ошо күркәм тантанала миҙал һәм аҡсалата премия ала.
Бөгөн дә матур үтте байрам. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күп балалы әсәйҙәрҙе етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө һәм әлеге шатлыҡлы ваҡиға менән ихлас ҡотланы.
“Һеҙ республикабыҙ өсөн – беҙҙең алтын фонд. Ғаиләгеҙҙең генә түгел, тотош төбәгебеҙҙең, илебеҙҙең именлеге, муллығы һеҙҙең хеҙмәткә бәйле, – тине Радий Фәрит улы. – Халҡыбыҙ мәҙәниәтендә ҙур ғаилә ырыҫ-бәрәкәт, яҙмыш бүләге тип иҫәпләнеүен дауам итә. Бөгөн республикабыҙҙа 46 меңдән ашыу ишле ғаилә бар, уларҙа 205 меңдән күберәк бала тәрбиәләнә. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, дауаханалар, спорт майҙансыҡтары, бассейндар төҙөүҙе тағы ла әүҙемерәк дауам итәсәкбеҙ.

Бөгөн 45 әсәйҙе тәбрикләйбеҙ, уларҙың барыһы бергә 257 бала үҫтерә. Һеҙ шундай бай һәм бәхетле! Әсәлек ҡаһарманлығығыҙ күңелдәрҙә оло хөрмәт уята, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар, ғаиләләр өсөн өлгө булып тора. Балаларығыҙҙың һау һәм бәхетле булып үҫеүен, яҡшы уҡыуын, иң мөһиме – лайыҡлы кешеләр булыуын теләйем”.


Олег Яровиков фотолары.

Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Читайте нас: