Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2019, 01:43

"Беҙҙең өсөн ҡатын-ҡыҙ – юл күрһәтеүсе йондоҙ"

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан “Торатау” конгресс-холында күркәм сара үтте: республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәгебеҙҙә танылған гүзәл зат вәкилдәрен тантаналы ҡабул итте.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан “Торатау” конгресс-холында күркәм сара үтте: республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәгебеҙҙә танылған гүзәл зат вәкилдәрен тантаналы ҡабул итте.


Осрашыуҙа атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, ғалимәләр, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, спортсылар һ.б. ҡатнашты.


“8 Март алдынан һеҙҙе ҡотлау, иң мөһим һүҙҙәрҙе еткереү өсөн йыл да ошондай сара үткәрергә ҡарар иттек, – тине тәбрикләү сығышында Радий Хәбиров. – Әле залда төбәгебеҙ уңыштарға өлгәшһен, һәр беребеҙ яҡшы йәшәһен өсөн тырышҡан, быға үҙ хеҙмәте аша өлөш индергән ҡатындар йыйылған.


Етәксе түгел, ә ир кеше булараҡ әйтәм: беҙҙең өсөн ҡатын – юл күрһәтеүсе йондоҙ. Әсәйҙәребеҙ, апайҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ ярҙамында һәр ваҡыт яҡшыраҡ була барабыҙ.


Һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы, һөйөлөп йәшәүегеҙҙе, беҙҙе яратыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ә беҙ барлыҡ өмөт-ышанығыҙҙы аҡларға тырышасаҡбыҙ”.


Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.


Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Читайте нас: