Бөгөн “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” III республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ике этапта үткән сараға өс йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгән.
“Ҡатын-әсә”, “ҡатын-лидер”, “ҡатын-ғалимә”, “ҡатын-педагог”, “ҡатын-бизнес-леди”, “ҡатын-оҫта”, “өлкән быуын ҡатыны” һ.б. номинацияларҙа иң сағыу, әүҙем гүзәл зат вәкилдәре билдәләнде.
Мәҫәлән, Бөрйәндән ете балалы Роза Маликова – “ҡатын-әсә” номинацияһында еңеүселәрҙең береһе. Уның ғаилә ағзалары районда, республикала үткән конкурстарҙа даими ҡатнаша,призлы урындар яулай. Асҡын район гәзите редакцияһына оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Фәйрүзә Юнысова иһә ауыл халҡын, хеҙмәтсәндәрен данлағаны өсөн “ҡатын – йыл өлгөһө” номинацияһында билдәләнде. “Иң йәш йәмәғәтсе” тип Стәрлебаштан Ҡәҙриә Зөбәйерова танылһа, Әбйәлилдән 86 йәшлек ҡул эштәре оҫтаһы Фәриҙә Килдейәрова “өлкән быуын ҡатыны” номинацияһында баһаланды.
Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалын тапшырыу байрамдың иң тулҡынландырғыс өлөшө булғандыр. Был мәртәбәле наградаға “Аҡ тирмә” үҙәге етәксеһе, абруйлы ветеран Ләлә Бейешева, “Тамыр” телерадиокомпанияһына нигеҙ һалған Луиза Фархшатова, Телевидение мәктәбе етәксеһе Шәүрә Ғилманова, башҡорт теле уҡытыусыһы Зилә Яппарова, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Илүзә Ғәйнуллина, Сибай ҡалаһы башҡорт ҡатындары йәмғиәте рәйесе Сажиҙә Ғәниева һ.б. әүҙем гүзәл зат вәкилдәре лайыҡ булды.
“Торатау” конгресс-холы фойеһында милли күргәҙмәләр ойошторолдо, гала-концерт булды.
Ләйлә Аралбаева фотолары.