Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2019, 13:37

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Асҡын, Борай. Күптән түгел йәш етәкселәр тәғәйенләнгән был райондарҙа халыҡ нисек йәшәй, ниндәй мәсьәләләр көнүҙәктә тора? Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткән шәмбе ошо төбәктәрҙә булып, кешеләрҙең йәшәйешен, уңыштарҙы, етешһеҙлектәрҙе яҡындан күреп, халыҡ менән аралашып, урындағы етәкселәргә кәңәш-тәҡдимдәрен еткереп, аныҡ бурыстар ҡуйып ҡайтты.

Асҡын, Борай. Күптән түгел йәш етәкселәр тәғәйенләнгән был райондарҙа халыҡ нисек йәшәй, ниндәй мәсьәләләр көнүҙәктә тора? Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткән шәмбе ошо төбәктәрҙә булып, кешеләрҙең йәшәйешен, уңыштарҙы, етешһеҙлектәрҙе яҡындан күреп, халыҡ менән аралашып, урындағы етәкселәргә кәңәш-тәҡдимдәрен еткереп, аныҡ бурыстар ҡуйып ҡайтты.


Иҫке Ҡаҙансы халҡына – һыу, район үҙәгендәгеләргә газ кәрәк


Асҡын. Райондың Ҡышлауйылға ауылында “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы яңы мәктәп төҙөлә. Өҫтәүенә был бинала балалар баҡсаһы ла урын аласаҡ. Әле иҫке белем усағына эргә-тирәләге биш ауылдан йөрөп уҡыйҙар, автобус бүленгән.

“Яңы мәктәп 1 сентябрҙән эшләй башлаясаҡ”, – тип ҡыуанып көтә ҡышлауйылғалар.


Иҫке Ҡаҙансы ауылында Радий Фәрит улы ауыл халҡы менән осрашып, төрлө һорауҙар буйынса фекер алышты. Бындағы кешеләрҙе айырыуса һыу менән тәьмин ителеш, урамдарҙың яҡтыртылыуы, сүп-сар мәсьәләләре борсой. “Һыу үткәреләсәк, – тине төбәк етәксеһе, – республика аҡса бүләсәк”. Ул башҡа һорауҙарға ла тулы, ентекле яуап бирҙе, урындағы башлыҡтарға яңы бурыстар ҡуйҙы.


Иҫке Ҡаҙансыла Радий Фәрит улы шулай уҡ күп функциялы клубты ҡараны, мәктәптә булды, табип амбулаторияһы эшмәкәрлеге менән танышты. Еңеү паркына инеп, ошо төйәктән сыҡҡан ҡаһармандарҙың мемориаль плитәһенә сәскәләр һалыу, Советтар Союзы Геройы Нурулла Сафиндың туғаны менән осрашыу айырыуса тулҡынландырғыс булды.


Район үҙәге Асҡын бөгөн нисек йәшәй? Бында мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһала, эште йыл аҙағына тамамлау бурысы ҡуйылған. Радий Фәрит улы шулай уҡ урындағы үҙәк дауахананың поликлиникаһын ҡарап, хәл итәһе мәсьәләләрҙе яҡындан күреп сыҡты, ауыл халҡы менән аралашты.


Кешеләрҙең күбеһен газ мәсьәләһе борсой. Республика етәксеһе был йәһәттән Асҡындан һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов менән фекер алышҡанын билдәләне: проблеманы хәл итеү йәһәтенән муниципалитетта берҙәм программаны тормошҡа ашырыу ҡаралған.


Ауыл биләмәләре башлыҡтары – төп терәгебеҙ


Борай. Республика етәксеһенең районға эш сәфәре Шабай балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуҙан башланды. Радий Фәрит улы учреждениелағы малайҙарға – сәкәндәр, ҡыҙҙарға конькиҙар бүләк итте, спорт һөйөүселәрҙе “Салауат Юлаев” һәм “Металлург” командаларының Өфөләге уйынын бергә ҡарарға саҡырҙы.


Ошо уҡ бинала мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Осрашыуҙа математика уҡытыусыһы Радий Хәбировҡа “Взлетай” мәғариф проектын индереүе, биш көнлөк уҡыуға күсереү башланғысы өсөн рәхмәт әйтте.


“Эш барышына зыян килмәйәсәк, киреһенсә, балаларға ата-әсәһе менән күберәк бергә булыу, түңәрәктәрҙә, секцияларҙа әүҙемерәк шөғөлләнеү мөмкинлеге киңәйәсәк, – тине педагог. – Шулай уҡ биш көнлөк хеҙмәткә күсеүҙең беҙҙең эш хаҡына кире йоғонто яһамаясағын билдәләгәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт”.


Радий Фәрит улы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла булып, эш барышы менән танышып, хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында белешеп сыҡты.


Артабан республика етәксеһе романов тоҡомло һарыҡтар үрсеткән йүнсел Ҡәҙим Фәрхетдиновтың хужалығын ҡараны. Эшҡыуарҙың алға пландары бихисап, дәүләт программаларында ҡатнашып, предприятиены киңәйтмәксе, “Борай йөнө” брендын киң йәйелдермәксе ул. Радий Хәбиров бындай йүнселдәргә һәр яҡлап ярҙам булырға тейешлеген билдәләне.


Район үҙәк дауаханаһында иһә йәштәргә йорт төҙөләсәге хаҡында әйтте. Был, әлбиттә, республикала медицина белгестәренә иғтибарҙың артыуы хаҡында һөйләй. Райондарҙа йәш табиптарға, фельдшерҙарға йәшәү һәм эшләү өсөн аныҡ мөмкинлектәр, уңайлы шарттар булдырыу – көнүҙәк мәсьәлә.


Сәфәр һуңында Радий Хәбиров төньяҡ-көнбайыш райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашып, төбәкте үҫтереү буйынса семинар-кәңәшмә үткәрҙе.


– Һеҙ – беҙҙең өсөн төп терәк. Көс-ҡеүәтегеҙҙе беләбеҙ, республиканы үҫтереүҙәге өлөшөгөҙҙө аңлайбыҙ, – тине ауыл биләмәләренә башлыҡтарына Радий Фәрит улы. – Артабанғы барлыҡ эштәребеҙҙә, яҡшы башланғыстарҙа һеҙҙең ярҙамға ышанам. Беҙ барыбыҙ ҙа республикала ниҙәр барғаны, уның киләсәге өсөн яуаплыбыҙ. Шуға ла һеҙҙең эшмәкәрлеккә етди иғтибар бүләсәкбеҙ. Маҡсат билдәле – халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен яҡшыртыу.
Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Читайте нас: