Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2019, 14:57

Ауыл урамынан йәшлек үтер...

Ҡасан? Урамдарға асфальт һалына башлаһа. Ошо йәһәттән һөйөнөслө яңылыҡ бар: төбәгебеҙҙә “Тыуған урам” тигән яңы программа булдырыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

Маҡсат шул: бөгөн йәшәгән һәм үҫеш кисергән һәр ауылдың үҙәк урамына булһа ла асфальт һалынырға тейеш.
“Ике йөҙ метрмы ул, әллә 1,5 саҡрыммы – мөһим түгел, әммә асфальт кәрәк, – тине Радий Фәрит улы. – Ауыл халҡы өсөн уңайлы булырға тейеш, айырыуса яҙғы-көҙгө мәлдәрҙә. Әлбиттә, йәйгеһен дә – урамда саң осмаһын”.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнергә тейеш. Ә ҡайһы урамға асфальт кәрәклеген ауыл халҡы йыйылыштарҙа үҙе хәл итә. Программаның үтәлеше һәм һөҙөмтәһе өсөн яуаплы – Хөкүмәттең вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов.
Яңы программаға өмөт ҙур: ул тормошҡа ашырылһа, һис шикһеҙ, ауылдарға йәштәр күберәк ҡайта башлар, урамдарыбыҙ балалар тауышына, йәшлек дәртенә күмелер.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Читайте нас: