Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2019, 13:04

Инвестор тотонорға әҙер

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә инвесторҙар менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәләрендәге проекттар, ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләһе ҡаралды.

Мәҫәлән, “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тормошҡа ашырырға тәҡдим ителгән проект – Ҡытай инвесторы ярҙамында фиброцемент плитәләр етештереү буйынса завод төҙөү – хаҡында һүҙ барҙы. Инвестиция күләме – 2 миллиард һум тирәһе. Заводта өс йөҙҙән ашыу кешегә эш урыны булдырыласаҡ.

– Был продукция республикаға Ҡытайҙан килтерелә торғайны. Уға ихтыяж ҙур: үҙебеҙҙә етештереү мәсьәләһе көнүҙәк, – тине Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов.

Фекер алышыуҙан һуң Башҡортостан Хөкүмәте, Күмертау ҡалаһы хакимиәте һәм “Дасян-Стройматериалы” йәмғиәте араһында күҙалланған эштәр тураһында өс яҡлы меморандумға ҡул ҡуйылды.

“Инвестиция сәғәте”ндә шулай уҡ Яңауыл районында – ҙур һөт-тауар комплексы, Мәләүездә – мал һуйыу һәм ит һаҡлау буйынса предприятие, Ишембай районында органик ҡалдыҡтарҙы компостирлау буйынса цех төҙөү мәсьәләләре ҡаралды.

Тәҡдим ителгән проекттар инвестиция комиссияһы тарафынан хупланды.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Читайте нас: