Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2019, 13:53

Фидан Ғафаров Сибайҙан ниндәй тәьҫорат менән ҡайтҡан?

Республиканың сәхнә оҫталары сибайҙарҙы сағыу тамашалары менән һөйөндөрөүен дауам итә. Халыҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарын айырыуса ашҡынып көтөп алды.

Республиканың сәхнә оҫталары сибайҙарҙы сағыу тамашалары менән һөйөндөрөүен дауам итә. Халыҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарын айырыуса ашҡынып көтөп алды.


“Беҙҙе шул ҡәҙәр яҡшы ҡабул иттеләр. Зал шығырым тулы булды, – тип шатлығы менән уртаҡлашты тамашасының оло һөйөүен яулаған сәхнә йондоҙо Фидан Ғафаров. – Халҡыбыҙҙың үҙ телен, шиғриәтен, туған сәнғәте һәм мәҙәниәтен ихлас яратыуына тағы бер мәртәбә ҡыуанып ҡайттыҡ”.


Сибайҙар алдында шулай уҡ Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Алһыу Бәхтиева, Азамат Ғафаров, Рәзифә Динмөхәмәтова сығыш яһаны. Ҡала халҡына Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан матур бүләк булды был.
Фото: youtube.com


Ф. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Читайте нас: