“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто Дәүләт унитар предприятиеһы 2018 йылда “Социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы журналист” конкурсына йомғаҡ яһаны.
“Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай лайыҡлы рәүештә өсөнсө урынды алды һәм 10 мең һум премия менән бүләкләнде. Еңеүсе ҡәләмдәшебеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, өр-яңы ижади еңеүҙәр көтәбеҙ.
Еңеүсенең үҙенсәлекле күҙәтеүҙәрен “Ағиҙел” журналы сайтында (https://agidel.rbsmi.ru/) һәм журналдың “Бәйләнештәге” төркөмөндә бер ниндәй сикләүһеҙ уҡый һәм ҡарай алаһығыҙ. Бергә булайыҡ, дуҫтар! Еңеүсе эшләгән сайтҡа яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы яҙылырға саҡырығыҙ!