Киләһе йыл 100 йыллығын билдәләргә тейешле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ошо көндәрҙә, ҙур ремонт үткәреү сәбәпле, эшен туҡтатырға тейеш ине. Театрҙың ижади коллективы эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының кесе залында дауам итергә тейеш. Ләкин театр туҡтап өлгөрмәне. Бөгөн үткенселәр театр тирәһендә янғын һүндереүсе машиналарҙың күплегенә иғтибар итте. Баҡ тиһәң, бишенсе ҡатта ҙур булмаған майҙанда янғын сығыуы теркәлгән. Янғын һүндерелгән, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
Әйткәндәй, янғын театрҙа беренсе тапҡыр түгел. Бынан ике тиҫтә йылдар самаһы элек тә әлеге бина ҙур янғындан зыян күргәйне. Урынына хәҙергеһен төҙөп ултырттылар. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, театрҙарҙа янғын хәүефһеҙлеге бик ҡәтғи ҡуйылған. Шуға ҡарамаҫтан, театрҙарҙың ара-тирә яна торған "ғәҙәте" бар.