Башҡортостан мосолмандары диниә назараты етәксеһе вазифаһына дүрт кеше дәғүә итә. Башҡортостан мосолмандары ошо йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында үтәсәк отчёт-һайлау йыйынына әҙерләнә. Йыйында Башҡортостан имамдары үҙҙәренең мөфтөйөн һайларға тейеш. Был юғары вазифаға бөгөн диниә назаратының ғәмәлдәге рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Сибай ҡалаһынан имам-мөхтәсиб Әғләметдин Ғәзизов, Өфөнөң Фәтхел-ислам мәсете имамы Айнур Бирғәлин һәм назараттың хаж сәфәре ойоштороу комитеты етәксеһе Илшат Хафизов кандидатуралары күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта Нурмөхәмәт хәҙрәттең урынбаҫары вазифаһын үтәүсе Айнур Арыҫланов дәғүәселәр исемлегендә ни өсөндөр юҡ. Уның яҡлы имамдар йәш урынбаҫарҙың юғары вазифаға кандидатураһын күрһәтеүен көткәйне. Бөгөн кемгәлер өҫтөнлөк биреүе ҡыйын. Сөнки быға тиклем 26 йыл буйы назаратҡа етәкселек иткән Нурмөхәмәт хәҙрәттең киләсәктә лә эшләргә теләүе уға ҡарата битараф булмағандарҙы уйланырға мәжбүр итте. Төп көрәштең абруйлы Әғләметдин Ғәзизов менән Айнур Бирғәлин араһында барыуы ла бик ихтимал. Әгәр хаж сәфәрҙәрен уңышлы ғына ойоштора алһа, Илшат хәҙрәт Хафизовтың да абруй яулауы бик иҡтимал. Властарҙың кемгәлер булһа өҫтөнлөк бирергә теләүе бик үк тойолмай. Күҙәтеүселәр Сибайҙан абруйлы имам Әғләметдин Ғәзизовтың белемле, кеселекле һәм төплө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Кем генә һайланмаһын, уны алда ҙур, ҡатмарлы һәм яуаплы бурыстар көтә. Иң тәүге сиратта беҙгә борондан килгән традицион ислам ҡанундарын, уртаҡ йортобоҙҙа именлек һәм тыныслыҡты һаҡларға кәрәк. Өҫтәүенә, Өфөбөҙҙә “Әл-Рәхими” мәсетен төҙөп бөтөү бурысы ла тора. Ә бындай ҙур эште тәжрибәле һәм оҫта ойоштороусы ғына еренә еткереп башҡара ала.