Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2018, 13:26

Яҡуп Ҡолмойҙо һағынғайныҡ...

Йыйылыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирҙың замандашы һәм ҡәләмдәше Ноғман Мусин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев тәбрикләне.

22 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһының ҙур залында билдәле шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллығына арналған байрам тантанаһына бик күп кеше йыйылғайны. Сарала шағир һүҙҙәренә ретро-йырҙар яңғыраны, әҫәрҙәре уҡылды. Шағирҙың яҡташтары, ишембайҙар, байрам күстәнәсе – йырҙар, бейеүҙәр менән килгән. Йыйылыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирҙың замандашы һәм ҡәләмдәше Ноғман Мусин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев тәбрикләне. Яҡуп Ҡолмойҙоң ҡустыһы, Рәсәф Федерацияһының Украиналағы тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш вәкиле – илсеһе Азамат Ҡолмөхәмәтов, шағирҙың ҡыҙы Зәйтүнә Ҡолмөхәмәтова рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Байрамға йыйылғандар үҙ-ара аралашты, күмәкләп фотоға төштө, китаптар һатып алды.






Рәшит Зәйнуллин фотолары.
Читайте нас: