20 октябрҙә атаҡлы замандашыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыуҙы ойоштороу тантанаһы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Халыҡ ярата үҙенең шағирын, һәр ваҡыт хәтерендә тота. Тик, үкенескә ҡаршы, сығыш яһаусылар араһында яҙыусыларыбыҙҙың юҡлығы беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ә былай сарала яҙыусылар байтаҡ ҡына, трибунаға сығып, үҙ һүҙен әйтергә теләүселәр ҙә табылыр ине. Хәйер, был хәлгә беҙ өйрәнеп тә барабыҙ шикелле. Сөнки, бындай битарафлыҡ беренсе тапҡыр түгел икән. Башҡорт яҙыусыларына һүҙ былтыр ҙа бирелмәгән, хатта бынан бер нисә йыл элек Мостай Кәримгә һәйкәл асыу тантанаһында ла әҙиптәребеҙ сығыш яһамаған. Бәлки был хәлде ваҡ-төйәккә хисаплап, иғтибарҙан мәхрүм итергә лә мөмкин булыр ине. Мостай Кәрим Рәсәйгә генә түгел, донъяға билдәле башҡорт әҙибе. Уның ижады һәм аҡылы беҙгә киләсәктә лә өлгө булып хеҙмәт итәсәк. Мостафа Сафа улы үҙе ҡәләмдәштәренә иғтибарлы, ярҙамсыл шәхес булды. Байрамдың сценарийын һәм сығыш яһаусыларҙың исемлеген төҙөүселәр әллә был хаҡта белмәйме? Әллә иһә, белмәмеш булырға теләйме? Ошо һорауға яуап эҙләп, бер нисә кешегә мөрәжәғәт итеүебеҙҙең һөҙөмтәһе тойолманы. Киләһе йылға бөйөк әҙибебеҙҙең 100 йыллығын тантаналы билдәләйәсәкбеҙ. Тик белмәйбеҙ, яҙыусыларыбыҙға сығыш яһау өсөн әҙерләнеү кәрәгерме, уларға микрофон алдында урын табылырмы?