Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2018, 13:44

Америкала ижад ителгән!

АҠШ-та йәшәп, ижад итеүсе яҡташыбыҙ Фәниҙә Исхаҡованың трилогияһының һуңғы өлөшө киләһе йылда “Ағиҙел”дә донъя күрәсәк.

Америкала ижад ителгән!
АҠШ-та йәшәп, ижад итеүсе яҡташыбыҙ Фәниҙә Исхаҡованың трилогияһының һуңғы өлөшө киләһе йылда “Ағиҙел”дә донъя күрәсәк.
Әҙәбиәт һөйөүселәр араһында яҙыусы Фәниҙә Исхаҡова “Китап” нәшриәтенең мөхәррире, төрлө жанрҙа яҙылған проза әҫәрҙәре авторы булараҡ киң билдәле. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе һайлай һәм яҙа. Фәниҙә хәҙер бер нисә йыл инде Ер шарының икенсе яғында, аныҡлап әйтһәк, АҠШ-та донъя көтә. Әйтергә кәрәк, “Ағиҙел” журналына яңыраҡ тәҡдим ителгән Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр…
…ул Яҙмышты кем һуң, кем яҙған?.. романына ҡарағанда, әҙибәнең океан аръяғындағы тормошо һис тә насар түгел.
Башҡорт ҡайҙа ла башҡорт инде. Ете диңгеҙ аръяғынан да алыҫыраҡ баш етмәҫлек ергә барып урынлашыуы, үҙенең милли рухын шунда ла юғалтмауы, хатта ижад менән шөғөлләнеүе һоҡландырмай ҡалмаҫ.
Тәҡдим ителгән әҫәрҙең тәүге өлөшө бер нисә йыл элек “Китап” нәшриәтендә донъя күргәйне, икенсе өлөшөн “Ағиҙел” уҡыусылары былтыр йылы ҡабул иткәйне, аҙаҡҡы өлөшө, Аллаһы бойорһа, киләһе йылда журналыбыҙҙа донъя күрер, тигән өмөттәбеҙ. Романды уҡып сыҡтыҡ, беҙҙең тормошобоҙҙо өр-яңы юҫыҡта асҡан әҫәр! Үҙегеҙҙе мауығып танышырлыҡ романдан мәхрүм итмәгеҙ. Йәғни, матбуғатҡа яҙылыу бара, “Ағиҙел”де алдырырға онотмағыҙ, тип ишаралауыбыҙ.
Фото "Башҡортостан ҡыҙы" журналы биттәренән алынды.
Читайте нас: