Башҡортостан Республикаһына яңы Башлыҡ тәғәйенләү һил республикабыҙҙы уятып ебәргәндәй булды. Талапсан, тормошобоҙҙоң етешһеҙлектәрен (һаулыҡ һаҡлау, халыҡ мәғарифы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт инфрастуктураһы) белгән етәксе килде. Эшенә илке-һалҡы ҡараған етәкселәргә тыныслыҡ бөттө. Әлбиттә, бындай киҫкен һәм ҡәтғи талаптарҙы мөрхәтһенмәгән етәкселәр ҙә бар. Ундай етәкселәргә “йомшаҡ” урындарынан ҡолаҡ ҡағырға тура киләсәк. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ял көндәрендә лә көсөргәнешле эшләмәксе. 21 октябрҙә ул Бәләбәй һәм Благовар райондарында булды, социаль обьекттарҙы ҡараны һәм тиҙ арала етешһеҙлектәрҙе хәл итергә ҡушты. Тимәк, ял көндәрендә лә көсөргәнешле һәм тырышып эшләргә тура киләсәк. Әйткәндәй, дәүләт идаралыҡ тармаҡтары өсөн алты көнлөк эш аҙнаһы булдырыу хаҡында иғлан ителде.