Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2018, 12:46

Мостай Кәрим беҙҙең менән

Өфөлә халҡыбыҙҙың данлы улы Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәл янында шағирҙың тыуыуына 99 йыл тулыу айҡанлы тантаналы сара ойошторолдо.

Өфөлә халҡыбыҙҙың данлы улы Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәл янында шағирҙың тыуыуына 99 йыл тулыу айҡанлы тантаналы сара ойошторолдо. Унда Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров, Союздаш Дәүләт секретары Григорий Рапота, Әзербайжандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюль-Бюль Оғлы, Мостай Кәримдең яҡындары, ижадташтары һәм уның әҫәрҙәрен уҡып үҫкән төрлө быуын кешеләре йыйылды.

Майҙанда Мостай Кәримдең әҫәрҙәре яңғырай, уларҙың һәр юлы күңелгә яҡын, ҡәҙерле. Бөйөк әҙиптең шиғырҙары ла, проза, драма әҫәрҙәре, һәммәһе лә халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған, һәр береһе тәрән мәғәнәгә, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров: “Һәр кемдең йөрәгендә үҙ Мостайы йәшәй, – тине. – Миңә Ул айырыуса ҡәҙерле. Уның эргәһендә йәшәргә, Уның эргәһендә эшләргә, Уның менән ирҙәрсә ышаныслы мөнәсәбәттә булырға тура килде. Миңә Уның менән әңгәмәләшеү бәхете тейҙе, нимә насар һәм нимә яҡшы булыуы тураһында Уның фекерҙәрен ишеттем. Мостай ағай һәр ваҡыт халыҡ менән булды.”

Мостай Кәрим Башҡортостандың ғына түгел, тотош илдең ғорурлығы, ул әле лә төрлө милләт вәкилдәрен бәйләүсе күпер булып тора. Григорий Рапота әйтеүенсә, тиҙҙән Мостай Кәримдең әҫәрҙәре белорус телендә донья күрәсәк. Ҡырғыҙстанда халыҡ шағирының 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек бара, күрше Татарстан әҙиптәре лә ижадташ дуҫын онотмай. Татарстандың халыҡ шағиры Ринат Харис: “Оҙаҡ йылдар аралашып йәшәнек. Һуңғы йылдарҙа телефондан һөйләшә инек. Минең өсөн ул йәшәү өсөн дә, ижад өсөн дә остаз”. – тине.

“Мостай Кәримдең ижады алдында ваҡыт көсһөҙ, сөнки әҫәрҙәренең нигеҙендә мәңгелек ҡиммәттәр ята. Әҙиптең ижады бөгөн дә кешеләр араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре һуҙыуын дауам итә”, – тине шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова. Бөгөнгө заман балалары ла Мостай Кәримдең ижадын яратып өйрәнә. Уҡыусылар араһында ойошторолған әҙәби-ижади конкурстар быға асыҡ миҫал.

Мостай Кәримдең тормош юлына, ижадына арналған саралар артабан да дауам итә. Киләһе йыл республика халҡын халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күләмле саралар көтә. Юбилей саралары тотош ил буйынса ла үтәсәк.

Үкенескә ҡаршы, кәйефте ҡырған нәмәләр ҙә булып ҡуя шул: тантаналы сарала бер генә башҡорт әҙибенә лә һүҙ бирелмәүе аптыратты. Хәйер, был хәл менән Мостай Кәримдең рухы ла ризалашмағандыр, моғайын!
Читайте нас: