ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Участкаларҙан сыҡҡанда 33 мең һайлаусынан һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса түбәндәге һөҙөмтәләр билдәле булды:
Һорауға яуап биреүселәрҙең 52% «Берҙәм Рәсәй» өсөн тауыш биргән,
«Рәсәй патриоттары» — 5%,
«Йәшелдәр» партияһы — 2,5%.
Һайлаусыларҙың бер ярым проценты бюллетенде боҙоуҙары хаҡында әйтте, участкаларҙан сыҡҡандарҙың өстән бере һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартты. Һорау алыуҙа хата 3-5% тәшкил итте.