Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2018, 14:39

Сабир ШӘРИПОВҠА - 70 йәш!!!

Хөрмәтле Сабир Нәғим улы!
Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһен – әл-Сабрҙы сабыр ғына, оло ғорурлыҡ менән йөрөткән һәм есеме менән дә шундай атына тоғро ҡалған коллегабыҙҙы, Башҡортостандың күренекле яҙыусыһын, атҡаҙанған балыҡсыһын, балаларының атаһын, ейән-ейәнсәрҙәренең олатаһын, хәләл ефетенең берҙән-берен елле һәм етеш 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һуңғы 30-40 йыл эсендә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙең, нәшер ителгән китаптарҙың араһында Сабир ҡулы теймәгәндәре бик һирәктер. Күптәргә, әйтер инек, би-и-и-и-и-к күптәргә тылсымлы әҙәбиәт иленә фатиха биреүсе лә Сабир Шәрипов. Уларҙың барыһының, меңәрләгән журнал уҡыусылар исеменән юбилярҙы тәбрик итәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәр, бүләр-бүләсәрҙәр шатлығы теләп,
Ағиҙелдәр
Читайте нас: