Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел” журналы менән берлектә #Минең_данлы_Башҡортостаным! тип аталған #поэмалар_конкурсы иғлан итә. Был конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла һәм республикабыҙҙың #100_йыллығына арнала. 18 йәше тулған һәр ижадсы унда ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Конкурсҡа эштәр февраль айынан октябрь айына тиклем ҡабул ителә. Ноябрь айында халыҡ шағирҙарынан торған жюри һәр поэманы баһаларға һәм йомғаҡ яһарға тейеш. Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының, Ватаныбыҙҙың тарихына, бөгөнгө проблемаларына иғтибарҙы арттырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ поэма жанрын үҫтереү, ижадсыларыбыҙҙы дәртләндереү. Конкурс һөҙөмтәһендә алты призлы урын билдәләнәсәк (I урын – бер ҡатнашыусы, II урын – ике ҡатнашыусы, III урын – өс ҡатнашыусы). I урын яулаусы поэма авторы 50 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк. II урынға 30 мең һум, III урынға 15 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған. Конкурстың положениеһы менән Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәсми сайтында таныша алаһығыҙ.