Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2017, 19:26

Иғтибар!!! Иғтибар!!! Иғтибар!!! Наил Ғәйетбай. “Бабич”. Роман.

Билдәле драматург Наил Ғәйетбай «Бабич» романын яҙып бөттө. Был әҫәр бөйөк Бабичтың көслө характерын һәм тормош юлын мажаралы һәм фажиғәле рәүештә тасуирлап ҡына ҡалмай, Шәйехзадала шағир һәм сәйәсмән һәләттәренең асылыуын, иҫ киткес оло популярлыҡҡа өлгәшеүен, Башҡортостанға мөхтәриәт яулау өсөн ҡаһармандарса көрәшен һүрәтләй. “Ағиҙел” журналында 2018 йылдың башында һеҙгә тәҡдим ителәсәк романда түбәндәге һорауҙарға яуап табырға мөмкин: 1. Үҫмер Шәйехзаданы әсәһе бер тапҡыр ниңә танымаған?..

Билдәле драматург Наил Ғәйетбай «Бабич» романын яҙып бөттө. Был әҫәр бөйөк Бабичтың көслө характерын һәм тормош юлын мажаралы һәм фажиғәле рәүештә тасуирлап ҡына ҡалмай, Шәйехзадала шағир һәм сәйәсмән һәләттәренең асылыуын, иҫ киткес оло популярлыҡҡа өлгәшеүен, Башҡортостанға мөхтәриәт яулау өсөн ҡаһармандарса көрәшен һүрәтләй. “Ағиҙел” журналында 2018 йылдың башында һеҙгә тәҡдим ителәсәк романда түбәндәге һорауҙарға яуап табырға мөмкин:


1. Үҫмер Шәйехзаданы әсәһе бер тапҡыр ниңә танымаған?


2. "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә Бабич етәкләгән “Парлаҡ” журналын әҙерләгән шәкерттәр ни сәбәпле шағирҙы редакциянан ҡыуырға ҡарар иткән?


3. Ни өсөн бер төркөм шәкерттәр йыйылышып Шәйехзаданы туҡмарға булған һәм был ваҡиға нисек тамамланған?


4. "Ғәлиә" мәҙрәсәһе директоры Зыя Камалиға ни өсөн ике тапҡыр һөжүм иткәндәр һәм Бабич ҡайһы юлдар аша енәйәтселәрҙе табыуға өлгәшкән?


5. Ҡаҙаҡ балаларын уҡытып йөрөгән Шәйехзаданы ни сәбәпле урлағандар һәм ул әсирлектән нисек ҡотолған?


6. Ниндәй маҡсат менән Шәйехзада бабай сүрәтенә инеп күрәҙәселек менән шөғөлләнергә тотонған?


7. Ни өсөн ҡаҙаҡ балалары менән ҡуйған тамашаһында Шәйехзада ҡатын ролен уйнарға мәжбүр булған?


8. Ниңә яратҡан ҡыҙы Шәйехзаданы эшкинмәгәнлектә, ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләгән?


9. Ҡаҙаҡ ауылы Дүсәнбайҙа үткән аҡындар әйтешендә еңеүсегә хайран ҡалырлыҡ ниндәй бүләк әҙерләнгән? Ни өсөн Бабич был һүҙ бәйгеһендә ҡатнашыуҙан баш тарта алмаған һәм был ярышта кем еңгән?


10.Ни өсөн билдәле сәүҙәгәр Кәримов Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа үҙ концертында Шәйехзаданы ҡатнаштырырға тәҡдим иткән?


11. Шәйехзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың концерттарын халыҡ ни өсөн үлеп яратҡан? Һәм ниңә күптәр уға эләгә алмаған?


12. Шәйехзаданың яратҡан ҡыҙҙары нисәү булған?


13. Бабич менән яҙыусы Ғәлимйән Ибраһимов ни сәбәпле һүҙгә килешкән?


14. Зәки Вәлиди ни өсөн Бабичҡа һоҡланған?


15. 1917 йылдың декабрында үткән өсөнсө башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы сығыштарҙы Бабич нисек итеп туҡтата алған? һ.б., һ.б.


16. 1919 йылда башҡорт ғәскәренең яртыһы аҡтар яғында ҡалырға йөрөгәндә Бабич нисек итеп бар һалдаттарҙы ҡыҙылдарға ҡушылырға күндерә алған?


Шулай итеп...

Кем дә кем ошо һорауҙарға яуап тапҡыһы һәм мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың тормош юлы, республикабыҙ автономияһы өсөн көрәше, ижади эшмәкәрлеге хаҡында башҡа күп һандағы мәғлүмәткә эйә булғыһы килә, почта бүлексәһенә ашыҡһын йә булмаһа альнернатив юл менән яҙылыр өсөн редакциябыҙға шылтыратһын. Яҙылған өсөн Йәдкәр Бәшировтың “Башҡорт хан” китабы бүләккә биреләсәк.


Почта аша ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы - 683 һум 76 тин (бер йыллыҡҡа - 1228 һум 49 тин). Альтернатив подписка хаҡы – 510 һум.
Читайте нас: