Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2017, 13:27

"Республика баҫмаларына яҙыл да, Ш. Хоҙайбирҙин йорт-музейына кил!" акцияһын иғлан итәбеҙ!

...квитанцияны ғына күрһәтһәгеҙ, музейға һеҙҙе бушлай үткәрәсәктәр...

Бер гәзит йә журналға (2018 йылға!) яҙылған квитанция менән бөтә ғаиләгеҙ бушлай инә ала. Тик бер генә нәмәне күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, яҙылған квитанция, кәмендә ярты йылға булыуы мотлаҡ. Шул серле квитанцияны ғына күрһәтһәгеҙ, музейға һеҙҙе бушлай үткәрәсәктәр. Был акция декабрь буйы ғына барасаҡ, һуңлап ҡалмағыҙ!
Ш. Хоҙайбирҙин йорт-музейы Яңы күпер (Новомостовая) урамының 20-се йортонда урынлашҡан. Һеҙҙе шишәмбенән йомағаса 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, шәмбе көндөҙгө 12.00 сәғәттән 19.00 сәғәткәсә көтөп ҡалабыҙ.
Йәкшәмбе һәм дүшәмбе - ял көндәре.
Телефон: 8 (347) 272-65-43.
Рәзилә Ырыҫҡужина.
Читайте нас: