Минск ҡалаһында «Урал иле - илһам бишеге» күргәҙмәһе асылды

18 июндә Минскиҙа Белорус әҙәбиәте тарихы музейында «Урал иле – илһам бишеге: Башҡортостандың әҙәби тауыштары» күсмә күргәҙмәһе асылды. Башҡортостан Милли әҙәби музейы әҙерләгән күргәҙмә башҡорт халҡының бай әҙәби мираҫына һәм Белоруссия менән Башҡортостан араһындағы күптәнге дуҫлыҡ бәйләнештәренә арналған.

Минск ҡалаһында «Урал иле - илһам бишеге» күргәҙмәһе асылдыМинск ҡалаһында «Урал иле - илһам бишеге» күргәҙмәһе асылды
Минск ҡалаһында «Урал иле - илһам бишеге» күргәҙмәһе асылды

Күргәҙмә асылыуы Белоруссия менән Башҡортостан араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға тағы бер аҙым булып тора. Сара алдынан, 2025 йылдың октябрендә, Өфөлә милли әҙәбиәт классиктары Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Янка Купала һәм Якуб Коластың ижади мираҫына арналған түңәрәк өҫтәл үткәйне. Шул Шулай уҡ Башҡортостандың Милли музейында һуғышта ҡатнашҡан белорус яҙыусыларына арналған «Йөрәк ҡаны менән» күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Минскиҙа әлеге күргәҙмә хеҙмәттәшлектең дауамы булып тора, ул белорус халҡына Башҡортостандың бай мәҙәниәте танышыу мөмкинлеген бирә. Күргәҙмәлә Уралдың рухын тойоу, һүҙ сәнғәте аша халыҡтарҙы берләштергән айырым бәйләнеште баһалау мөмкинлеге бар.

Күргәҙмә 2026 йылдың 12 июленә тиклем эшләйәсәк.

Автор:
Читайте нас