

“...Килененең һыйыр һауғанын ҡойма егенән күҙәтеп торған Хәтирә әбей таяғын ҡоймаға һөйәп, ҡомғанын бер ҡулынан икенсеһенә күсереп, үҙ алдына шулай һөйләнә-һөйләнә артабан туйтаңланы. Юғиһә, килене аҙбар яғында эшен тамамлап, был яҡҡа ыңғайламаҡсы. Күреп ҡалһа, арттан тикшереп йөрөйһөң, тип тағы енен сәсер.
– Рәхәттәнеп йоҡтап ҡына ятмай, мине аңдып тик йөрөйөң, таң мәскәйе һымаҡ…”
“Шиғриәт” рубрикаһында Тимер Ниәтшиндың “Башҡорт кармаһы” поэмаһы тәҡдим ителә. Автор “карма” төшөнсәһе хаҡында фекер йөрөтә һәм:
“...Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы”, – тиеп
Анттар биргән башҡорт балаһы,
Милләтеңдең таҙа кармаһына
Ниндәй төҫтәр өҫтәп һалаһың?..” –
тигән һорау биреп, башҡорттоң бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйлана.
Июнь айында күркәм ғүмер байрамынбилдәләгән халыҡ шағиры Тамара Ғәниева һәм уның ижады тураһында халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин бәйән итә (“Тирәктәр һаман да шәм кеүек, Тамара апай!”). “...Тамара апайҙы йәнеңде биреп яратырға, йә үлеп күрә алмаҫҡа мөмкин. Тик уның шәхесенә лә, ижадына ла битараф булып булмай...” – ти автор. Шулай, әҙибәнең яңы һанда тәҡдим ителгән шиғри шәлкеме уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ.
Ер аҫтынан ҡапыл бәреп сыҡҡан шишмә менән сағыштыра шағирә Наилә Хәмбәлиеваның ижадыняҙыусы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбаев “Рухи шишмәләрҙең береһе” мәҡәләһендә. Юбилейы уңайынан әҙибәнән шиғри күстәнәс тә бар.
“Урал батыр” эпосы көнөнә ҡарата ғалимә Гөлсәсәк Саламатованың Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың ижады хаҡындағы “Бәхәстәргә бер ҡараш” мәҡәләһе уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, “Көслө рухлы әҙиптәр” мәҡәләләр циклын дауам итеп, был һанда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һәм мөғәллим, яҙыусы Мөслим Әбсәләмов тураһында матур хәтирәләре менән бүлешә.
“Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһеЛариса Абдуллинаның “Балалар әҙәбиәте тарихы һәм бөгөнгө проблемалары” мәҡәләһе тәҡдим ителә.
Яҙыусы Зөфәр Толомғужиндың әҙәп, әхлаҡ тураһындағы уйланыуҙарын (“Әжәл менән яғалашҡанда”) “Иман нуры” бүлегендә уҡырға мөмкин.