Яңы һанға күҙәтеү!

Май һанының тышлығында – билдәле шағир Рауил НИҒМӘТУЛЛИН.

Яңы һанға күҙәтеү!Яңы һанға күҙәтеү!
Яңы һанға күҙәтеү!

Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршылап, журналдың май һаны Рәсүл Ғамзатовтың Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тәржемәһендәге “Торналар” шиғыры менән асыла. Артабан шағирәләр Айһылыу Ғарифуллина һәм Сулпан Миңлебаеваның шиғри шәлкемдәре лә ошо теманы дауам итә.

“Танһыҡ әҫәр” рубрикаһында – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Онотолмаҫ моң” хикәйәһен, “Сәсмә әҫәрҙәр” бүлегендә Хәйҙәр Тапаҡовтың “Миҙал” романын, Флүр Ғәлимовтың “Фәнис батыр” повесын уҡырға мөмкин. Был әҫәрҙәр шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция темаларына арнала.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың билдәле шағир Рауил Ниғмәтуллин хаҡындағы “Сәждәгә киткәндәй...” мәҡәләһе һәм әҙиптең шиғырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ. Автор уҡытыусыһын “ихласлығы саманан ашҡан самими зат, тынғыһыҙ йәнле милли инсан” булараҡ иҫкә ала.

Әҙиптәр – фронтовиктар һәм яугир балалары – Шәриф Бикҡол, Әхиәр Хәкимов, Земфира Сәхипова, Түләк Ғирфановтар тураһында йылы хәтирәләре менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова бүлешә.

“Публицистика” рубрикаһында журналист, дәүләт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитовтың “Һәйкәлдәр – тереләр өсөн” эссеһы тәҡдим ителә.

Марат Әминевтың тормоштағы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙе сағылдырған юмористик хикәйәләре уҡыусы күңеленә хуш килер.

“Журнал уҡыусылар ижады” бүлегендә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Йәмил Ҡотлогилдиндың бала саҡ һәм йәшлек йылдары, яҙмыш һәм ил киләсәге тураһындағы уйланыуҙар менән һуғарылған шиғырҙары урын ала.

Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан “Ағиҙел” журналы “Яҙыусының ишле ғаиләһе” исемле өр-яңы рубрика тәҡдим итә. Был һанда үҙенең ғаиләһе тураһында күренекле яҙыусы, атаҡлы драматург, алты бала атаһы Наил Ғәйетбай һөйләй.

Ҡарлуғас Ишемғолова

Автор:
Читайте нас